Общественно-политическая газета Давлекановского района Республики Башкортостан

Аслыкүлдә балыҡ тотоу

Ауыл хужалығы

Башаҡтар өлгөрҙө

Бесән әҙерләү

Вперед ауылында һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәл

Дим йылғаһы.

Дим йылғаһындағы иҫке күпер

Иҫке Яппар

Йәй - мул бал осоро

Йәй – сәскә осоро

Йәй етте

Йәй сәскә менән, ҡыш бал менән

Йәйге күренеш

Каланың үҙәк майҙанында сығарылыш кисәһенә әҙерлек башланды.

Көнбағыш өлгөрә

Ҡала үҙәгендә сығарылыш кисәһенән хушлашыу вальсы

Ҡала үҙәгендәге парк планлаштырыла

Ҡалала асфальт түшәлә

Лагерҙа беренсе смена башланды

Өйҙөрәктә

Последние публикации

03.09.2018
Яңы уҡыу йылы алдынан

ЙӘМҒИӘТ

Мәғариф системаһының бөтә звенолары педагогтары өсөн йәйҙең һуңғы көндәрендә үткәрелгән ғәҙәттәге кәңәшмә мөһим сара булып тора. Унда үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһала, ҡаҙаныштар билдәләнә, алдағы уҡыу йылына бурыстар ҡуйыла, үҫеш стратегияһы ҡарала.
Йылы август көнөндә район Мәҙәниәт йортона үҙенең тормошон үҫеп килеүсе быуынды уҡытыуға һәм  тәрбиәләүгә арнаған кешеләр, педагогик хеҙмәт ветерандары, идаралыҡтар начальникатары, район хакимиәте бүлектәре һәм хеҙмәттәре етәкселәре, ҡала һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, предприятиелар һәм бөтә милек формаһындағы хужалыҡтар етәкселәре, йәмәғәтселек вәкилдәре, ҡунаҡтар йыйылды.

28.08.2018
Уртаҡ уйҙар аныҡ эштәргә әйләнә

ЙӘМҒИӘТ

Ауыл биләмәләрен үҫтереү, ауылдарҙа йәшәү шарттарын яҡшыртыу, граждандар әүҙемлеге бөгөнгө замандың көнүҙәк темаларының береһе булып тора. Район гәзите редакцияһы быға тиклем дә «Нисек йәшәйһең, ауыл?» тигән темаға арналған мәҡәләләр баҫтырғайны һәм уны яҡтыртыуын дауам итә. Бөгөн уҡыусылар иғтибарына Суйынсы ауыл Советы ауыл биләмәһенән әҙерләнгән материал тәҡдим итәбеҙ.

24.08.2018
Техник культураларҙы игеү буйынса республика семинары

ЯҢЫЛЫҠТАР

Республика семинарында ҡатнашыусылар шәкәр сөгөлдөрө,
кукуруз, сояны игеү үҙенсәлектәре буйынса фекер алышты
15 августа Дәүләкән районы муниципаль районының яуаплылығы сикләнгән «Регион­аг­ро» йәмғиәтендә «Шәкәр сөгөлдөрө. Көнбағыш. Кукуруз. Соя» тигән темаға арнал­ған семинар-кәңәшмә уҙҙы. Унда Башҡор­тостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры И.И. Фаз­рахманов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары И.И. Сураков, орлоҡ һәм ауыл хужалығы техникаһы поставкалаусы компаниялар вәкилдәре, 27 муниципаль ра­йон­дың хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙары һәм ауыл хужалығы идаралыҡтары (бүлектәре) начальниктары, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты.

14.08.2018
Мәңге һүнмә, һөйөүем шишмәһе...

ЙӘМҒИӘТ

Йәшеллеккә күмелеп ултырған йәйге ауылдың хозурлығын әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Иртә таңдан ҡоштар һайрауына, һыҙылып ҡына алһыу таң атыуына һоҡланмаған кеше юҡтыр, моғайын. Һәр ауылдың үҙенә генә хас матур урындары бар. Халыҡ үҙ ҡулдары менән тергеҙгән Ҡыҙыл шишмә Айыухан ауылының ошондай хозур мөйөшөнә әйләнде.

10.08.2018
Кәрәкле хеҙмәт

Төҙөүсе –донъяла иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Ул юғары оҫталыҡ талап иткән ауыр һәм яуаплы хеҙмәт. Августың икенсе йәкшәмбеһендә ошо эшмәкәрлекте һайлаған кешеләр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

10.08.2018
Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе

ЙӘМҒИӘТ

Ошо көндәрҙә Шәмсетдинов Вәхит Зиннәт улы 80 йәшен билдәләй
Ҡаҙанғол ауылында тыуып үҫеп, шунда ете класс тамамлағас, Дәүләкән ҡалаһындағы 3-сө мәктәптә уҡыуын дауам итә. Артабан һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын комбайнер ярҙамсыһы булып башлай. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, келәт мөдире итеп ҡуялар. Вәхит Зиннәт улы армияла иретп йәбештереүсе һөнәренә уҡып ҡайта, колхозда тәүге иретеп йәбештереүсе була.

07.08.2018
Өршәк буйы уйындары

МӘҘӘНИӘТ

7 июлдә Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы эргәһендә”Өршәк буйы уйындары” тип исемләнгән республика байрамы үтте

Статьи